Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июля 2024, 16:30

Хөсәйенбәк имамға арнала

Шишмә районында XIX мосолмандар йыйыны үтә. 

Хөсәйенбәк имамға арналаХөсәйенбәк имамға арнала
Хөсәйенбәк имамға арнала

31 июлдә үтәсәк йыйын программаһында "Мин Исламды таныйым" балалар-үҫмерҙәр конкурсы, Хөсәйенбәк кәшәнәһенә экскурсия, Башҡортостан имамдары ултырышы ҡаралған. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин һәм саҡырылған ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ.

Әлбиттә, йәмәғәт менән өйлә намаҙы ла уҡыласаҡ.

Йыйын Хөсәйенбәк имам иҫтәлегенә, Ғаилә йылына, исламда ғаилә ҡиммәттәренә арнала.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас