Һыу баҫыу хәүефе юҡ, тип белдерә хеҙмәткәрҙәр.
Шулай ҙа Учалы районында барлыҡҡа килгән насар шарттар фаразы менән бәйле бөгөн төндә өҫтәмә рәүештә 11 кеше һәм 2 берәмек юғары үтеүсәнлек техникаһы составында Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аэромобиль отряды урынға ебәрелгән. Бынан тыш Баш идаралыҡтың Белорет терәк пункты 3 берәмек махсус техника, 10 кеше составында әҙерлек хәлендә тора.
Хәүефле һәм насар һауа торошо күренештәренең үтеүен контролдә тотоу өсөн тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүҙе дауам итәләр. Халыҡтың һыу баҫыу тураһында мөрәжәғәттәре буйынса Баш идаралыҡтың оператив төркөмдәре оператив яуап бирә. Халыҡ менән даими аралашыу һәм хәүефһеҙлек саралары тураһында мәғлүмәт биреү ойошторолған. Зыян күреүселәр юҡ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығында оператив штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй. Хәл контролдә тотола.
Фото: МЧС РБ.