Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июль 2024, 08:17

Ялған водитель таныҡлығы ҡулланған водитель тотолған

Дәүләт автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәте полкы хеҙмәткәрҙәре Өфөлә документтарҙы тикшереү өсөн "ВАЗ-2110" машинаһы менән идара иткән 29 йәшлек ирҙе туҡтаталар. Документтарын тикшергәндә ул ялған водитель таныҡлығын күрһәтә.

Ялған водитель таныҡлығы ҡулланған водитель тотолғанЯлған водитель таныҡлығы ҡулланған водитель тотолған
Ялған водитель таныҡлығы ҡулланған водитель тотолған

Билдәле булыуынса, ир бер ҡасан да водитель таныҡлығы алмаған. Әлеге ваҡытта РФ Енәйәт кодексының 327-се статьяһы буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.

Автомобиль махсус туҡталҡаға ҡуйылған. Ялған таныҡлыҡ тартып алынған. 

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001716757225

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас