Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июля 2024, 16:00

Тәҙрәләр...

Юлдан киләм... Тәҙрәләргә бағам, Таныш һындар, йөҙҙәр эҙләйем. ... Ошо өйҙә еңгәм йәшәй ине, Ошо өйҙә улар йәшәне. Үҙе сая булды, уңған булды, Ҡайҙан килгән уға саялыҡ? Депутаттар булды, звеновойҙа Был бит үҙе - оло баһалыҡ. Оҙаҡ йылдар Хәтмулла ағай менән Матур итеп донъя көттөләр. Биш баланы башлы -күҙле иткәс Баҡыйлыҡҡа күсеп киттеләр. Яйлап ҡына киләм... Уйлап киләм, Еңгәләрем бик күптәр ине... Фатиха еңгәм, Хәтиә еңгәм... Их яңынан йәшәртһәң ине. «Иҫтәлекте» йырлағаны һаман, Ҡолағымда тора яңғырап. Еңгәм кеүек берәү йырламаны, Еңгәм кеүек йырлаусы-һирәк! Күмпе ваҡыт һеҙҙә үткәрҙек беҙ, Буш ваҡытты, байрам сәйҙәрен. Кис ултырыу, бәйләмгә өйрәнеү, Иң мөһиме- һөйөү серҙәрен. Әле, хәҙер, өйҙөң нигеҙе лә Ни өсөндөр һүтеп ташланған? Хәтиә еңгә баҡыйлыҡҡа күскәс Балалары өйөн ташламаған. Тәҙрәләргә бағам... Һаман яран гөлдәр, Күкрәп сәскә атып ултыра. Уҡытыусы апам... Күптән инде Арабыҙҙан киткән... Сәскәләрҙе ситтәр ултырта. Күршеһендә Нәфисә апабыҙ Гөрләтеп йәшәне донъяла. Агитатор, һәйбәт кәңәшсе лә, Өлгөлө әсәйҙә булды-ғаилә лә. Тәҙрәләргә бағам... Унан миңә Ҡарай төҫлө Уйылдан бабайым. Атайымдай уны ярата инем, Уның ике туған ағаһын. Бала саҡта, атайым тип уйлап, Ҡосағына һәр саҡ ташландым. Оялыштан аҙаҡ , бабайымды күрһәм Йәшеренеп ҡаса башланым. Күптән юҡтар... Ейәндәре хәҙер Нигеҙ таштарын нығыталар. Хәҡиҡәт бар:Тыуым булған ерҙә, Хәҙер аңланым, үлеме лә бар. Ҡаршы өйҙә әбейем йәшәне... Хәҙер унан оло юл үткән. Тыныс, ғәҙел булды Ғәбиҙә әбейем Ерен тартып алғас, йөрәге нисек түҙгән? Күршеләге күркәм өй тәҙрәләре Марфуға әбейемде хәтерләтәләр. Хәҙер бүләләре шаулап-гөрләп, Йәшәйеште дауам итәләр. Бына Мәрйәм апайҙарҙың өйө, Үҙҙәре юҡ... Күптән баҡыйҙар. Ә өйҙәре ҡурсаҡ өйө кеүек Тәҙрәнән сит күҙҙәр ҡарайҙар. Маҡтаулы өй тәҙрәләре һәр саҡ, Үҙҙәренә тартып торалар. Өйҙө ағайым ҙурҙан һалып киткән, Өйгә, һәр саҡ, һоҡланып уҙалар. Тәҙрәләрҙә гөлдәр күкрәп сәскә ата Алы, ағы, ҡыҙыл сәскәле. Менәүәрә еңгәм үтә лә бәхетле Бер үк , күҙҙәр генә теймәһен. Бына тағы, матур, ҙур ғына өй Ғайса ағайым уны төҙөгән. Татар еңгәм уны нағышлаған, Тәҙрәләргә нурҙар бөркөлгән. Тәҙрәләрҙән балалары баға, Тәҙрәләрҙә нурҙар һүнмәгән. Өс бер туған, бер тирәгә өй төҙөгән Нигеҙҙәре һис тә һүнмәһен! Ҡайтып киләм... Тәҙрәгә ҡарайым Тоям төҫлө яҡты ҡарашты. Рима еңгәмдең көләс йөҙөн, Оҙон сәсте, ҡап-ҡара ҡашты. Әүхәт ағайым менән сибәр еңгәм Шул хәтлем дә матур пар ине. Һоҡланмаған кеше булмағандыр, Өҙөлөп һөйөшкән ғашиҡтар ине. Уйлап киләм... Уйҙар бик күп Тәҙрәләрҙә һаман күҙҙәрем. Тойоп ҡалам, ҡарап ҡала кеүек Рәшиҙә апайымдың күҙҙәрен. Ун балаға ғүмер бүләк иткән, Ошо түгелме ни батырлыҡ? Нисек барыһына өлгөргәндер! Уйлап торһаң башың ҡатырлыҡ. Мәүсилә апай, Ғәфиәт еҙнә менән Ғәлиә, Заһир кеүек булдылар. Береһе өсөн , береһе ,янып-көйөп Береһе артынан, береһе уҙҙылар. Был тәҙрәләр миңә үтә яҡын, Баласағым хәтирәләре. Көмөш әбейем, улы , килене менән Ейән-ейәнсәрҙәре менән йәшәне. Аҙымымды яйлап әкренәйтәм, Ҡайтып етеп киләм мин-осҡа. Сабира әбейемдең өйөнә еттем, Йәм биреп йәшәне, тормошҡа. Ҡыҙҙар кеүек һыуҙар ташыр ине Етеҙ булды хәрәкәттәре. Әбейемде һәр саҡ хәтерләйбеҙ, Яҡты булһын, ҡара гүрҙәре... Яйлап киләм... Тәҙрәләргә бағам Таныш йөҙҙәр тоям, ҡараштар. Еңгәм минең, өҙөлөп һөйгән еңгәм Ҡарап ҡала, ҡарап, алыҫтан... Улар хәҙер бик алыҫта инде, Кеше ҡайтмай торған яҡтарҙа. Сәхи ағайым, Зөбәйҙә еңгәм менән Һағынабыҙ һеҙҙе, Йөрөһәк тә йыраҡ яҡтарҙа. Был донъяға улар бүләк итте, Дүрт -малайҙы,биш ҡыҙ баланы. Балалары хәҙер донъя көтә, Йәмләндереп ауыл, ҡаланы. Ҡайтып еттем... Таныш тәҙрәләр, Шул тиклем дә таныш, яҡындар. Оҙаҡ итеп тәҙрәләргә бағам Һағындырылған,тынмай танһыҡтар. Тәҙрәләргә һеңеп ҡалған төҫлө, Атайым-йөҙө, инәйем-күҙҙәре. Хәтерләйем... Һырлап һәм нағышлап, Яһағайны атайым үҙҙәрен. Ә , инәйем, йәшел төҫтәр менән Матур итеп биҙәк ҡуйғайны. Атай нигеҙен һыуытмайса тота Нәғим кейәүем, Зәйнәб туғаным. Ҡайтҡан һайын тәҙрәгә күҙ атам Хәтерләйем үткән көндәрҙе. Әбейҙәрҙе, бабай, еңгәләрҙе, Ағай-апай , күрше-күләнде. Тоям төҫлө уларҙың ҡарашын, Баға кеүек наҙлы күҙҙәре. Миңә , һәр саҡ, улар өлгө булды Онотмайыҡ, һис тә, үҙҙәрен! Тәҙрәләрҙә тоям күҙҙәрен. Ғәҙел генә итеп йәшәнеләр, Ғәҙи ғына китеп барҙылар. Үҙҙәренең дауамдары булып, Нәҫел, ырыуҙары ҡалдылар, Тәҙрәләрҙә уттар ҡалдылар. Нәүфилә Юлбарисова

Тәҙрәләр...Тәҙрәләр...
Тәҙрәләр...

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас