Унда ҡатнашыусыларға ла бай һәм йөкмәткеле программа әҙерләнгән. Бөгөн биология фәндәре кандидаты, үләндәр менән дауалау үҙәге етәксеһе Михаил Гордеевтың ҡатнашыуы көтөлә. Шулай уҡ “Туризмға сикләүҙәр юҡ” секцияһында билдәле блогер, сәйәхәтсе Рөстәм Нәбиев менән осрашыу көтә.
Күргәҙмәләр, оҫталар йәрминкәһе, концерт программалары, уйындар, атракциондар, фәһемле һөйләшеүҙәр, гимнастика, йога,массаж зоналары көн дауамында эшләйәсәк. Көн дә матур, ҡыҫҡаһы рәхәтләнеп ял итеп, тәнгә сихәт алып ҡайтыу мөмкинлеге ҙур.
Фото:Автор фотолары.