Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июля 2024, 08:00

Үлән ниндәй төҫтә?

"Бер ҡасан да көлкөлө бәхәстәргә ҡатышма. Иң хәтәре – ваҡытыңды хаҡты ла, ысынбарлыҡты ла иҫәпкә алмаған, ә үҙенең иллюзиялары өсөн ҡаратырышланған иҫәр менән бәхәсләшеүгә исраф итеү".

Үлән ниндәй төҫтә?Үлән ниндәй төҫтә?
Үлән ниндәй төҫтә?

Хикмәтле хикәйәт

Үлән ниндәй төҫтә?

Ишәк менән Юлбарыҫ һөйләшә.

Ишәк:

– Үлән зәңгәр төҫтә, – ти икән.

Юлбарыҫ, аптырап:

– Юҡ, йәшел! – тип төҙәтә.

Шулай былар араһында бәхәс ҡупҡан да улар батшалары Арыҫланға киткән.

Ишәк уның янына етер-етмәҫтән ҡысҡырып ебәргән:

– Батша ғәли йәнәптәре, үлән зәңгәр бит, эйеме?

– Эйе, тап шулай, – тигән Арыҫлан.

– Бына бит, ә Юлбарыҫ, алйот, минең менән бәхәсләшеп маташа, – тип ҡыуанған Ишәк. – Уға яза бирегеҙ!

Арыҫлан былай тип иғлан иткән:

– Юлбарыҫ биш йыл өндәшмәүгә хөкөм ителә!

– Үлән зәңгәр, үлән зәңгәр! – тип һикерә-һикерә киткән Ишәк.

– Хөрмәтле батшам, һеҙ мине нимә өсөн хөкөм иттегеҙ? Үлән йәшел бит... – тигән Юлбарыҫ Арыҫландың был ҡылығына ышанырға теләмәйенсә.

– Эйе, үлән, ысынлап та йәшел. Тик яза бының өсөн түгел. Һин шул тиклем аҡыллы хайуан була тороп, ишәк менән бәхәскә ингәнһең. Шуға ваҡыт әрәм иткәнһең, етмәһә, миңә килеп тә ҡәҙерле минуттарымды алдығыҙ. Бер ҡасан да көлкөлө бәхәстәргә ҡатышма. Иң хәтәре – ваҡытыңды хаҡты ла, ысынбарлыҡты ла иҫәпкә алмаған, ә үҙенең иллюзиялары өсөн ҡаратырышланған иҫәр менән бәхәсләшеүгә исраф итеү. Аңралыҡ ҡысҡырғанда аҡыл шым ҡала...

 

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас