Һауа торошона төкөрөп, барыбер походҡа сығырға ҡарар итһәгеҙ, туристик маршрутығыҙ хаҡында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына алдан хәбәр итергә тейешһегеҙ. Был ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡһа, ҡотҡарыусылар тиҙ арала ярҙамға килһен өсөн кәрәк.
Һыу янында ял итәһегеҙ икән, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Таныш булмаған урындарҙа суммағыҙ. Кәмәлә йәки катамаранда йөҙгәндә мотлаҡ ҡотҡарыу жилеты кейергә кәрәк.
Һаҡ булығыҙ!
Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡһа, 112 номерына шылтыратығыҙ.
Фото: МЧС РБ.