Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июль 2024, 05:30

«Егеттәр менән һәр осрашыу минең өсөн айырым әһәмиәткә эйә»

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Донбасста булып ҡайтҡан.

«Егеттәр менән һәр осрашыу минең өсөн айырым әһәмиәткә эйә»«Егеттәр менән һәр осрашыу минең өсөн айырым әһәмиәткә эйә»
«Егеттәр менән һәр осрашыу минең өсөн айырым әһәмиәткә эйә»

Баш ҡала етәксеһе социаль селтәрҙә яҙыуынса, ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Өфө егеттәре менән тәүге көндәрҙән үк тура бәйләнештә. Ратмир Мәүлиев үҙе лә яуҙағылар янына барып тора.

Бына һуңғы барғанында ла, гуманитар ярҙам менән кәрәкле әйберҙәр, шулай уҡ наградалар тапшырған, күптәре менән осрашҡан да.

Егеттәрҙең һорауы буйынса яңы гуманитар йөк туплай башланыҡ, артабан да ярҙам итәсәкбеҙ”, - ти мэр.

Әйткәндәй, Ратмир Мәүлиев Луганск Халыҡ Республикаһында Луганск ҡалаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Яна Пащенко менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйған. Өфө менән Луганск етәкселеге ҡала мөхитен үҫетереү, сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ, мәҙәниәт һәм спорт буйынса хеҙмәттәшлек итәсәк.

Фото: vk.com/ratmir.mavliev

«Егеттәр менән һәр осрашыу минең өсөн айырым әһәмиәткә эйә»
«Егеттәр менән һәр осрашыу минең өсөн айырым әһәмиәткә эйә»
«Егеттәр менән һәр осрашыу минең өсөн айырым әһәмиәткә эйә»
«Егеттәр менән һәр осрашыу минең өсөн айырым әһәмиәткә эйә»
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас