Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июль 2024, 09:00

Батырҙар беҙҙең арала!

Асҡын районы Яңы Бағаҙы ауылында йорт янып китә. Ә өй эсендә үҙ аллы йөрөй алмаған 74 йәшлек ир була.

Батырҙар беҙҙең арала!Батырҙар беҙҙең арала!
Батырҙар беҙҙең арала!

Ҡатыны ихатанан янғын иҫкәртеүсе приборҙың сыйылдаған тауышын ишетеп, өйгә инә лә бит, тик ирҙе урамға һөйрәп сығара алмай. Ул ярҙам һорап ҡысҡыра. Ҡатындың асырғаланып ҡысҡырғанын ишеткән 37 йәшлек күршеһе Данил Ильясов йүгереп килә һәм ирҙе ут эсенән алып сыға. Һуңынан Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре килеп еткәнсе, ауылдаштары менән бергәләп утты һүндерешә.

Утты һүндереүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 6 белгес йәлеп ителгән.

Янғындан зыян күргән йорт хужаһы дауаханаға эләккән.

Фото: МЧС РБ.

Батырҙар беҙҙең арала!
Батырҙар беҙҙең арала!
Батырҙар беҙҙең арала!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас