Өйрәнәһең икән
Өйрәнәһең икән тормош диңгеҙендә, Яңғыҙың да ишкәк ишергә, Барыһы ла бөттө тигән саҡта, Нихәл көс тапҡанмын йәшәргә?! Өйрәнәһең икән яңғыҙың да, Батмайынса һалда барырға, Ел дауылдар сығып , ҡойон уртаһында, Упҡындарҙы аша сығырға. Өйрәнәһең икән, ҡайғылырҙы еңеп, тормош ҡылын яңғыҙ сиртергә, Яҡты көндө күргең килмәгәндә, Яҙмыш һынауҙарын үтергә. Өйрәнәһең икән күҙҙәреңде һөртөп, Йәш аралаш ҡына көлөргә... Әлфирә Кейекбаева