Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июль 2024, 14:30

Учалыла ир ҡатынды үлтереүҙә ғәйепләнә

2024 йылдың 8 июлендә бер ҡатын хоҡуҡ һаҡлау органдарына килеп, 38 йәшлек әхирәтенең юғалыуы тураһында хәбәр итә.

Учалыла ир ҡатынды үлтереүҙә ғәйепләнәУчалыла ир ҡатынды үлтереүҙә ғәйепләнә
Учалыла ир ҡатынды үлтереүҙә ғәйепләнә

Тикшереү һәм оператив эшмәкәрлек барышында юғалған ҡатындың кемдәр менән тығыҙ аралашҡаны асыҡлана. Улар араһында бер ир ҙә була (ҡатын менән бергә йыш ҡына араҡы эскән улар).

Тәүҙә ир ҡатындың юғалыуына ҡатнашлығын инҡар итә, әммә һуңынан урманда бергә булғандарын, шунда ирешкәндәрен таный. Низағтан һуң мин ҡайтып киттем, ул бер үҙе урманда ҡалды, тип һөйләй.

Ул хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең шул урынға барырға тигән тәҡдименә ризалаша, әммә аҙаҡ ҡасырға маташа.

Артабан ғәйепләнеүсе, кеше үлтереүен танып, мәйетте йәшергән урынды күрһәтә.

Асыҡланыуынса, 2024 йылдың 2 июлендә ғәйепләнеүсе урманда ҡатын менән ыҙғышҡанда уға бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә, шунан һуң мәйетте ҡыуаҡлыҡтар араһына йәшерә.

Әлеге ваҡытта ҡатындың кәүҙәһе һәм енәйәт ҡоралы табылған, ғәйепләнгән кеше ҡулға алынған, тәфтишселәр эш буйынса дәлилдәр йыйыуҙы дауам итә, суд-медицина экспертизаһын үткәреү тәғәйенләнгән.

Фото: БР Тәфтиш комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас