Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июль 2024, 10:00

Саҡмағош районының талантлы уҡытыусыһы Сәриә Вәхитова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Саҡмағош районының талантлы уҡытыусыһы Сәриә Вәхитова ижадынан бер шәлкемСаҡмағош районының талантлы уҡытыусыһы Сәриә Вәхитова ижадынан бер шәлкем
Саҡмағош районының талантлы уҡытыусыһы Сәриә Вәхитова ижадынан бер шәлкем

Сәриә ВӘХИТОВА 1967 йылдың 13 мартында Ҡалмашбаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, 1-се һанлы Саҡмағош мәктәбендә башҡорт теленән уҡыта. Рәсәйҙең “Иң яҡшы уҡытыусы” грантына эйә. “Илһам шишмәләре” әҙәбиәт конкурсы лауреаты. Шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәре яҙа.

 

Аҡ теләктәр
Йәшермәйем, хистәр ташҡынында
Бик өлгөрөп етмәһә лә һүҙҙәр,
Аҡ ҡағыҙға төшкән саҡ булды.
Ләкин йәнем һәм дә күңелем менән,
Уйым менән һәр саҡ паҡ булдым.
Шунлыҡтанмы, яратам аҡ ҡышты,
Сафлыҡ ингән кейем кейгәнгә.
Ләззәт бирә ҡышҡы матурлыҡтар,
Күрәһең шул аҡлыҡ һөйгәнгә.
Ынйы ҡарҙар яуа уйнай-уйнай,
Йомшаҡ ҡына ҡоса ер шарын.
Әйтерһең дә ап-аҡ юрған япҡан,
Ишетмәҫкә донъя аһ-зарын.
Аҡ йондоҙҙар булып, ап-аҡ ергә
Ҡарҙар яуһын теләп изгелек.
Мулдан булһын ғаилә табындары,
Һәр бер йортта булһын именлек.

АУЫЛ ЙӘНЕ
Тыуған яҡтың һыуы шундаймы икән,
Ауылмы икән йәнгә һалынған?
Уйҙарымдан китмәй бала сағым,
Йәнҽм-тәнем мҽнән һағынам.
Тәҙрә һайын, хәтер күҙе булып,
Ҡарай йыраҡтағы бала саҡ.
Ғүмер ҡояштары байығансы
Ауыл йәнҽ миндә ҡаласаҡ.
Ҡайтамын мин һәр саҡ уйҙарымда
Кендек ҡаны тамған ҽрҙәргә:
Хәтеремдә ҡалған талдарымда
Һандуғастар һайрап ҽбәрә.
Һағындыра ҡамыштарҙың шауы,
Тулҡындары ауыл күленең,
Айлы кистә ҡапҡа төптәре лә
Ҡуҙғатҡандыр күптәр күңелен.
Киске уйындарҙа гармун уйнай,
Былбыл ҡоштар һайрай ҡушылып.
Ауылҡайым, бик һағынған саҡта,
Ҡайтыр инем осор ҡош булып.

ИГЕЛЕКЛЕ БУЛАЙЫҠ
Ергә килә, ғүмер итә кеше,
Мәңгелеккә китә бер көндө.
Ҡыҫҡа ғына фани был доньяла
Ҡалдырырға кәрәк эҙеңде.
Дәрәҗәләр һине кеше итмәй,
Кәрәк кешелекле булырға.
Игелекле эштәребеҙ менән
Менһәк ине ғүмер үренә.
Хоҙай һаҡлаған ғүмер юлдары
Юҡҡа бирелмәйҙер һәр кемгә.
Изге эштәр, яҡшы уйҙар менән
Үтһен ине һеҙҙең һәр көн дә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас