Башҡортостан Башлығы муниципалитеттар етәеселәренә тотороҡло үҫеш өсөн рәхмәт белдерҙе, уларҙы хеҙмәтен ихтирам итеүен әйтте.
Урындарҙа бөгөнгә, әлбиттә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мөһим бурыс булып тора. Адреслы ярҙамды ла системаға һалырға кәрәк.
БР Премьер-министры Андрей Назаров тармаҡтарҙың үҫешендәге төп тенденциялар, район һәм ҡалаларҙың финанс-хужалыҡ хәле тураһында һөйләне. Бәғзе бер күрһәткестәр буйынса планды ваҡытынан алда үтәүселәр ҙә бар. Ғүмер оҙонлоғо, реаль килем, халыҡ мәшғүллеге буйынса динамика күҙәтелә.
Семинарҙа ҡатнашыусылар алдында БР Хөкүмәте ағзалары, БР Башлығы Хакимиәте белгестәр лә сығыш яһаны.
БР Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары - Хөкүмәт Аппараты Етәксеһе Азамат Абдрахманов 19 милли проектҡа иғтибар бирергә ҡушты. Яңы милли проекттар РФ Президенты башланғысы менән әҙерләнә.
Сарала шулай уҡ 2025 йылға республика бюджетын формалаштырыу мәсьәләһенә туҡталдылар. Ә муниципалитеттар етәкселәренә шул теләк әйтелде: халыҡты борсоған һорауҙар буйынса кире бәйләнеш булдырырға, социаль селтәрҙә әүҙемерәк эшләргә.
Фото: БР Башлығы сайтынан.