Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июль 2024, 03:00

Ошо ризыҡты ашағыҙ ҙа, ябығығыҙ

Әгәр ябыҡҡығыҙ килһә, әлбиттә. Рецепты биреүселәр әйтеүенсә, был – артыҡ килограмдарҙан ҡотолоу өсөн фантастик ярҙам!

Ошо ризыҡты ашағыҙ ҙа, ябығығыҙОшо ризыҡты ашағыҙ ҙа, ябығығыҙ
Ошо ризыҡты ашағыҙ ҙа, ябығығыҙ

Сәскәле кәбеҫтәнән иҙмә. Венгр фитнес-тренеры тәҡдиме, имеш.

Кәрәк: бер баш сәскәле кәбеҫтә, өс ҡалаҡ ҡаймаҡ, бер ҡалаҡ аҡ (яратһағыҙ, зәйтүн майы ла ярай) май, тоҙ, борос, йәшел һуған.

Кәбеҫтәне бешереп алырға. Турарға. Блендерҙа крем һымаҡ булғансы иҙергә. Май, ҡаймаҡ, тоҙ, борос ҡушырға. Төҫ бирергә теләһәгеҙ, куркума һалырға мөмкин. Йәшел һуған турап һибергә.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас