Конкурсҡа ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм, документаль фильм, йәнһүрәт, клип, социаль видео номинациялары буйынса эштәр ҡабул ителә. Уларҙы 7 сентябргә тиклем https://vk.cc/cmKKuL һылтанмаһы буйынса инеп, беркетергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон һандары – 8(347)289-66-96.
Фестивалде Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы һәм Кинематографистар союзы ойоштора.