Емешенең төнәтмәһе.
1.Уны әҙерләүе бик еңел. Бер ҡалаҡ емешенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер-ике сәғәт тоторға. Әҙер төнәтмәне һөҙөп, көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә. Ул тынысландырыу һәм организмды нығытыу көсөнә эйә.
Ҡабығының төнәтмәһе
Балан ағасы ҡабығының да файҙаһы бар. Уны әҙерләү өсөн тәүҙә ҡабығын яҡшы итеп киптерергә һәм ваҡларға кәрәк. Бер-ике ҡалаҡ ваҡланған ҡабыҡына ҡайнар һыу ҡойоп, термоста йә ҡапҡася ябыҡ башҡа һауытта 5 – 6 сәғәт төнәтергә. Тәүлегенә ике тапҡыр ашар алдынан эсергә. Был төнәтмәнең теш ҡаҙналары ҡанағанда, күрем ауыртып килгәндә файҙаһы ҙур.
Бал менән балан
Ул бик яҡшы дарыу һәм витаминдар сығанағы. Уны әҙерпәү өсөн балан емешен ҡайнар һыу менән бешекләп алып, һөҙмә аша иҙеп үткәрергә һәм 1:1 нисбәтендә бал ҡушып бутарға. Бер аҙна торғандан һуң көнөнә берәр ҡалаҡ ашарға. Ул ҡан баҫымын төшөрөргә лә ярҙам итә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.