Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан (Нөгөш ауылы) ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына тиҙ арала килеп еткән һәм 6 кешене (шул иҫәптән ике баланы), юлға алып сыҡҡан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һауа торошо артабан да тотороҡһоҙ буласаҡ, ял көндәрендә ҡойма ямғырҙар яуасаҡ.
Һауа торошо насар булыу сәбәпле, республика халҡына һәм ҡунаҡтарына оҙайлы сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәңәш итәбеҙ.
Һаҡ һәм иғтибарлы булығыҙ! Ғәҙәттән тыш хәл осрағында 112 номерына шылтыратығыҙ!
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001799078240