Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июль 2024, 04:22

Йыл һайын бирелгән түләүле ял күпме дауам итә?

Закон буйынса эш биреүсе йыл һайын хеҙмәткәргә 28 көндән дә кәм булмаған түләүле ял бирергә тейеш. Отпуск аҡсаһын ял башланыуға кәмендә өс көн ҡалғансы күсерәләр.

Йыл һайын бирелгән түләүле ял күпме дауам итә?Йыл һайын бирелгән түләүле ял күпме дауам итә?
Йыл һайын бирелгән түләүле ял күпме дауам итә?

Ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәргә оҙағыраҡ ял бирелә:

- инвалид кешеләргә — 30 календарь көн;
- дәүләт граждандар хеҙмәткәренә — 30 көн;
- прокуратура һәм тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәренә — 30 көндән 45 көнгә тиклем һәм унан да күберәк;
- профессиональ авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре һәм формированиелары ҡотҡарыусыларына — 30 көндән 40 көнгә тиклем;
- бәлиғ булмағандарға — 31 көн;
- дәүләт ойошмаларының ғилми хеҙмәткәрҙәренә — 36 көндән 48 көнгә тиклем;
- уҡытыусыларға — 42 көндән 56 көнгә тиклем;
- хәрби хеҙмәткәрҙәргә — хеҙмәт стажына, хеҙмәт итеү урыны һәм шарттарына ҡарап, 60 көнгә тиклем.

✅ Бынан тыш, өҫтәмә түләүле ялды:

- нормалаштырылмаған график буйынса;
- зарарлы йәки хәүефле шарттарҙа;
- Алыҫ Төньяҡ райондарында һәм уларға тиңләштерелгән урындарҙа;
- спортсы йәки тренер булып;
- өс йылдан ашыу дөйөм практика табибы йәки шәфҡәт туташы булып эшләүселәр ала.

Эш биреүсе менән килешеү буйынса ялды өлөштәргә бүлергә мөмкин, әммә уларҙың береһе булһа ла 14 көндән кәм булмаҫҡа тейеш.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Фото: https://vk.com/anlatabiz102

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас