Әлегә билдәле булыуынса, ямғыр мәлендә "Renault Logan" автоледиһы юлдан осоп төшөп түңкәрелә. Бәхеткә күрә, ҡыҙ зыян күрмәгән.
Ямғыр шарттарында хәрәкәт иткәндә водителгә бер нисә кәңәш:
- тиҙлек режимын кәметегеҙ;
- автомобилдәр араһында кәрәкле араны һаҡлағыҙ;
- фараларҙы ҡабыҙығыҙ;
- һыулы юлда хәрәкәт иткәндә иғтибарлы булығыҙ һәм алдағы машиналарҙың тормоз яҡтыртҡыстарына иғтибар итегеҙ;
- тормозға ҡапыл баҫмаҫҡа тырышығыҙ;
- әгәр алдығыҙҙа ҙур күләүек күрһәгеҙ, тиҙлекте алдан кәметегеҙ.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.