Бөтә яңылыҡтар

Юлға сығам

Өтәләнә әсәй: "Ни һалайым? Нимә алаһың?" Мөмкин булһа, үҙем менән алыр Инем тыуған яҡтың һауаһын. Алыр инем балаҫ итеп төрөп Өй тирәләй иркен баҡсаны. Өҙөр өсөн, яманһыулап китһәм Көҙ өлгөрөр һутлы алманы. Алыр инем һөттәй ап-аҡ томан Ҡосаҡлаған тыныс иртәне. Анау аласыҡты алыр инем, Онотолмаҫ унда сәй тәме. Тауҙарымды алыр инем, бер саҡ Күңел үтә түбән шыҡыйһа, Бейек үрҙәренән үрнәк алып Ваҡланмаҫҡа бүтән юҡ-ҡыйға. Юлға сығам, алып китәм тиһәм Тыуған яҡты бүлеп өлөшкә, Ул һыйған да ҡуйған түп-түңәрәк Әсәй бешереп һалған бәлешкә. Айгөл Ғәбитова  

Юлға сығам
Юлға сығам

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: