Хәүеф янаған Йәштәр, Рәмзиә Тайсина һәм Үҙәк урамда 195 кеше йәшәй, уларҙың 45 балалар. Зыян күреүселәр юҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ведомство вәкилдәре дежур итә. Иҫкәртеү саралары алып барыла, ауыр техника сафҡа ҡуйылған. Әбйәлил ауылында халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙер. Әлеге мәлдә һыу кимәле түбәнәйә. Урында барлыҡ хәүефһеҙлек саралары күрелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығында тәүлек әйләнәһенә оператив штаб эшләй, хәл контролгә алынған. Бар техника һәм хеҙмәткәрҙәр юғары әҙерлек режимына ҡуйылған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова әҙерләне.