- Алдағы тәүлектә Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар, елдең секундына 20 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларында күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем насарая. Республика халҡын һәм ҡунаҡтарын йылға буйлап ағыуҙан, тауҙарға походтарҙан һәм туристик ялдың башҡа төрҙәренән тыйылыуҙарын һорайбыҙ. Шулай уҡ алыҫ араларға йөрөүҙән тыйылырға кәңәш итәбеҙ, — тип мөрәжәғәт иттеләр граждандарға БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Фото: МЧС РБ.