Бөтә яңылыҡтар

Республикала "Легаль булмаған такси" иҫкәртеү сараһы дауам итә

2024 йыл башынан Башҡортостанда пассажирҙарҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙған 176 водитель асыҡланған.

Республикала "Легаль булмаған такси" иҫкәртеү сараһы дауам итә
Республикала "Легаль булмаған такси" иҫкәртеү сараһы дауам итә

Башҡортостан Республикаһының Транспорт министрлығы хеҙмәткәрҙәре "Ространснадзор" һәм Дәүләт автоинспекцияһы вәкилдәре менән берлектә төбәк юлдарында дежурлыҡ алып бара. Белгестәр такси, пассажир транспорты водителдәренең рөхсәт документацияһы булыуын, шулай уҡ транспорт сараларының пассажирҙарҙы хәүефһеҙ ташыу шарттарына тап килеүен тикшерә.

2024 йылдың 24 июлендә ошо саралар сиктәрендә Өфөлә пассажирҙар ташыу ҡағиҙәләрен боҙған 31 такси водителе тотолған. Бынан тыш, 5 транспорт сараһы штраф туҡталҡаһына урынлаштырылған.

Ҡағиҙә боҙоуҙар араһында - боҙоҡ тормоз системаһы, газ баллоны ҡорамалдарын законһыҙ ҡуйыу, автомобиль конструкцияһын үҙгәртеү һәм башҡалар. Рейдтар ваҡытында пассажирҙарҙы еңел транспорт менән ташыуға айырыуса иғтибар бүленә. Бөтә водителдәр менән еңел таксиҙа пассажирҙар ташыу өлкәһендәге ғәмәлдәге ҡануниәт талаптары буйынса аңлатыу әңгәмәһе үткәрелде. Башҡортостанда йәшәүселәрҙән үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймауҙарын һәм рәсми ташыусыларҙың ғына хеҙмәттәренән файҙаланыуҙарын һорайбыҙ. Республика юлдарында иҫкәртеү рейдтары дауам итәсәк.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Транспорт министрлығы.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: