Бөтә яңылыҡтар

Рәсәй почтаһы көнө булдырылыуға - 30 йыл

Бөгөн Башҡортстан Башлығы Радий Хәбиров почта хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотлап, тантаналы ултырышта сығыш яһаны һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.

Рәсәй почтаһы көнө булдырылыуға - 30 йыл
Рәсәй почтаһы көнө булдырылыуға - 30 йыл

Радий Хәбиров әйтеүенсә, беҙҙә 1200-ҙән ашыу почта бүлексәһе бар, шуларҙың меңләбе - ауыл ерендә. Уларҙа 7000 тирәһе кеше эшләй.

- Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда 55 почта бүлексәһе тәртипкә килтерелде, хеҙмәт күрһәтеү артты. Яңыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ, - тине республика етәксеһе.

"Рәсәй почтаһы"ның Башҡортостан идаралығы директоры Ленард Шафиҡов Башҡортостан етәкселегенә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

Бер төркөм хеҙмәткәргә дәүләт наградаһы тапшырылды.

Байрам менән! Рәсәй почтаһы көнө 1994 йылда, илебеҙҙәге тәүге регуляр почта линияһының 300 йыллығы уңайынан, булдырылған.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Рәсәй почтаһы көнө булдырылыуға - 30 йыл
Рәсәй почтаһы көнө булдырылыуға - 30 йыл
Рәсәй почтаһы көнө булдырылыуға - 30 йыл
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: