Тәүҙә ошо күләмдә эшләп ҡарағыҙ: помидор – бер дана, ҡыяр – бер дана, татлы борос – бер дана, ҡыҙыл һуған – ярты баш, корейса кишер – 300 г, тауыҡ түшкәһе – 450 г. Тәменсә зәйтүн майы, тоҙ (рецепта – диңгеҙ тоҙо), ҡара борос, йәшел тәмләткестәр.
Тауыҡ түшкәһен бешерергә.
Татлы боросто, ҡыярҙы оҙонсалап турарға. Был ҡатлы салат була. Иң аҫҡа татлы боросто йәйергә, уға тоҙ, борос, әҙ генә зәйтүн майы һибергә, икенсе ҡатҡа ҡыяр һалырға.
Әйткәндәй, һәр ҡат өҫтөнә (аҙаҡҡы ҡатты иҫәпләмәгәндә) - тоҙ, борос, зәйтүн майы.
Ҡыярҙан һуң, сират – оҙонсалап туралған помидорға. Артабан ярымҡулсалап ҡыҙыл һуғанды һалғас, өҫтөнә тауыҡ түшкәһен тураҡлап һалырға. Иң өҫкә корейса кишерҙе һалырға ла, ваҡлап туралған йәшел тәмләткес менән биҙәп ҡуйырға.