Бөтә яңылыҡтар

Хәрби хәрәкәттәр ветеранының электрон таныҡлығы тураһында

Хәрби хәрәкәттәр ветеранының электрон таныҡлығы «Мир» пластик картаһы рәүешендә сығарыла һәм таныҡлыҡ, социаль һәм банк картаһы функцияларын берләштерә. Уның ярҙамында Оборона министрлығынан түләүҙәр, федераль һәм төбәк ташламалары алырға мөмкин. Электрон таныҡлыҡ менән эш итеү тураһында йыш бирелгән һорауҙарға яуап сайтта.

Хәрби хәрәкәттәр ветеранының электрон таныҡлығы тураһында
Хәрби хәрәкәттәр ветеранының электрон таныҡлығы тураһында

Банк картаһы кеүек таныҡлыҡ ярҙамында бөтә ерҙә лә түләргә мөмкинме?

Эйе, электрон таныҡлыҡ банк картаһы кеүек тә эшләй. Һеҙ уның менән ябай пластик карта кеүек түләй алаһығыҙ.

Таныҡлыҡ ярҙамында онлайн аҡса күсереү мөмкинлеге буласаҡмы?

Эйе, электрон таныҡлыҡ банк картаһы кеүек эшләй.

Ҡулланыу ваҡыты ҡаралғанмы? Таныҡлыҡты оҙайтырға тура килерме?

Электрон таныҡлыҡ мөҙҙәтһеҙ һәм бөтә ил биләмәһендә ғәмәлдә.

Хәрби хеҙмәткәр Махсус хәрби операция зонаһында йәки госпиталдә булған саҡта башҡа кеше (туғаны, дуҫы) законлы нигеҙҙә уның электрон картаһы менән ҡуллана аламы?

Социаль ярҙам сараһы хәрби хәрәкәттәр ветеранына шәхсән бирелә, шуға күрә карта кемгә тәғәйенләнгән уның менән шул кеше генә ҡуллана ала.

Хәрби хәрәкәттәр ветеранының электрон танытмаһын юллау тураһындағы яҙма менән һылтанма буйынса танышығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Фото: https://vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_3080

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: