Бөтә яңылыҡтар

Ә һеҙ беләһегеҙме...

Бер әфлисунда кеше өсөн С витаминының көндәлек запасы тупланған. Өҫтәүенә, уның составындағы коллаген һөйәктәрҙе нығыта.

Ә һеҙ беләһегеҙме...
Ә һеҙ беләһегеҙме...

 

* Ҡабаҡ орлоғонда кукурбитин тигән матдә бар. Ул паразиттарҙың эсенә үтеп инеп, уларҙы эсәктәргә йәбешеп тороу һәләтенән  мәхрүм итә. Һөҙөмтәлә ҡорттар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән организмдан сығып китә.

* Ҡыҙыл кәбеҫтәлә 35-тән ашыу флавоноид бар. Улар яман шешкә ҡаршы бик көслө ҡорал булып тора.

* Көнөнә дүрт миндаль сәтләүеге ашау организмдағы холестерин кимәлен кәметергә ярҙам итә,  сәстәрҙе  матурайта,  йөрәк ауырыуҙарынан һаҡлай, артыҡ кәүҙә ауырлығына, йыйырсыҡтарға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Ә иң мөһиме – мейе эшмәкәрлеген яҡшырта.

* Ананас һутында бромелайн тип атлаған  билдәле фермент бар. Ул ялҡынһыныуға ҡаршы тороу көсөнә эйә. Шуға күрә лә бик яҡшы йүтәлде дауалау сараһы булып тора. Өҫтәүенә, үпкәләге лайланы шыйыҡлатырға һәләтле.

* Бер әфлисунда кеше өсөн С витаминының көндәлек запасы тупланған. Өҫтәүенә, уның составындағы коллаген һөйәктәрҙе нығыта.

* Көн һайын йоҡлар алдынан ике киви ашау, йоҡоноң сифатын яҡшырта һәм тиҙерәк әүен баҙарына китергә ярҙам итә. Сөнки киви бәхет гормоны – серотонинға бай.

* Көн дә иртән бер стакан йылы һыу эсеү организмдың йоҡонан һуң һыу балансын тулыландыра. Аш эшкәртеүҙе көйләп, ашҡаҙан-эсәк трактын яңы көнгә әҙерләй.

* Һарымһаҡ үт ҡыуығынан ваҡытында үтте сығарыуҙы тәьмин итә. Шуның менән үттең ҡуйырыуына һәм таштар барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймай.  

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: