Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡ районының талантлы уҡытыусыһы Рәйсә Юлыева-Үҙәнбаева ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Баймаҡ районының талантлы уҡытыусыһы Рәйсә Юлыева-Үҙәнбаева ижадынан бер шәлкем
Баймаҡ районының талантлы уҡытыусыһы Рәйсә Юлыева-Үҙәнбаева ижадынан бер шәлкем

Рәйсә ЮЛЫЕВА-ҮҘӘНБАЕВА 1952 йылда Байыш ауылында тыуған. Сибай педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 38 йыл Йылайыр (Урғаҙа) мәктәбендә уҡыта. Мәғариф алдынғыһы.

Йырлы яҡ
Баймаҡ тигән беҙҙең серле аймаҡ –
Башҡорттарҙың һөйгән төйәге.
Яуҙар сапҡан батыр егеттарҙең
Ҡанлы,тирле булған эйәре.
Халҡы өсөн азат тормош теләп,
Һөргөндәргә киткән Буранбай.
Нисек торһон аҫыл ир-егеткәй
Сәлимәһен һағынып йырламай!
Ирәндектең ҡара ташҡайҙары
Күк бүрегә булған оялар.
Күк бүренән алғыр булған, тиҙәр,
Ирәндектә үҫкән уландар.
Азаматтар торған беҙҙең ерҙә,
Йыр сығарған кантон Сибай ҙа.
Һатлыҡ дуҫы хыянатын күргән
Абдрахман йөрөгән туғай бар.
Алыҫтарға биргән Ғилмияза
Сит яҡтарҙа түккән йәштәрен.
Тыуған ергә арнап йыр йырлаған,
Һағыштарға сумып, кистәрен.
Төйәләҫ буйына йыйылышып,
Тирмәләргә кирге киргәндәр.
"Донъя малы алдай алмаҫ беҙҙе,
Азат булыу кәрәк", – тигәндәр.
Һанап сығыу мөмкин түгел икән
Беҙҙең ерҙә тыуған йырҙарҙы...
Тағы ла беҙҙә йырҙар тыуырмы,
Батыр ирҙәр беҙҙә булырмы?

 

АТАЙЫМ
Икмәк булһын илемдә, тип,
Бураҙнанан атлай-атлай,
Ерҙәр һөрөп иген сәсте:
Игенсе ине атай.
Елдә елһеп ярғыланған,
Һөйәлле ине ҡулдар.
Ошо ҡулдар донъя көттө,
Үҫтерҙе ҡыҙҙар, улдар.
Уның һөргән, йөк ташыған
Юлдары оҙон ине.
Ер шарын урап әйләнер
Бер рәткә теҙһәң инде.
Солярка еҫе һеңһә лә,
Танһыҡ атай еҫтәре.
Бала ҡулдары аралай
Уның бөҙрә сәстәрен.
Аталы бала - арҡалы
Булғанбыҙ, хәҙер беләм.
Ата-инәле булығыҙ, тип
Ейәндәремде һөйәм.

ЯҘҘЫҢ ШУНДАЙ МӘЛЕ
Яҙҙың шундай ярһыу мәле -
Йылға таша ярҙарынан.
Яңы ғүмер йәшәү даулай:
Бөрө шартлай яҙ наҙынан.
Яҙҙың шундай сағыу мәле -
Баш әйләнә хуш еҫтәрҙән.
Туғайлыҡта матур балаҫ:
Ул биҙәлгән гөл төҫтәрҙән.
Яҙҙың шундай гүзәл мәле -
Һөйөү тыуа йөрәктәрҙә!
Ғашиҡ ҡоштар моңдар сиртә
Өҙә-өҙә үҙәктәрҙе.
Яҙҙың шундай көслө мәле -
Ерҙе тишә үләндәре.
Был гүзәллек, илаһилыҡ
Терелтерлек үлгәндәрҙе!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: