Әгәр клиент ошо ваҡыттан һуң да операцияны раҫлаһа, аҡса ситкә китәсәк. Был осраҡта банк эҙемтәләр өсөн яуап бирмәй һәм бер ниндәй сумманы ла компенсацияламай. Ә зыян күреүсегә полицияға мөрәжәғәт итергә генә ҡаласаҡ.
Шулай уҡ банктар дропперҙарҙы дистанцион хеҙмәтләндереүҙе тыясаҡ. Банк иҫәптәре һәм карталары урланған аҡсаны сығарыу өсөн ҡулланылған кешеләрҙе шулай тип атайҙар. Һөҙөмтәлә, дропперҙар карталары менән файҙалана һәм онлайн-операциялар башҡара алмай.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Фото һәм видео: #Аңлатабыҙ_Башҡортостан