Бөтә яңылыҡтар

Балтас районының талантлы уҡытыусыһы Флидә Ғәлиева ижады

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Балтас районының талантлы уҡытыусыһы Флидә Ғәлиева ижады
Балтас районының талантлы уҡытыусыһы Флидә Ғәлиева ижады

Флидә ҒӘЛИЕВА 1947 йылдың 15 майында Илекәй ауылында тыуа. Бәләбәй педагогия училищеһын, Бөрө педагогия институтын тамамлай. 47 йыл башланғыс класс балаларына белем бирә. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Шулай уҡ Яр Саллы ҡалаһының “Аҡ мәсет” мәҙрәсәһен тамамлап, “Ғәрәп теле һәм ислам нигеҙҙәре буйынса мөғәллимә” дипломына эйә була.

Беренселәрем
Эй, балҡытып,
Күңел күгемде
Ояма килде
Беренселәрем!..
Усыма ҡунды
Бәхет ҡоштарым!..
Ҡоштар кеүек,
Теҙелешеп
Осҡан йылдар...
Осҡан уны,
Егермеһе осҡан
Бише менән...
Утыҙы ла осҡан,
Ҡырҡы ла...
Ә һеҙ – һаман
Беренселәрем!
Ә һеҙ – һаман
Йыуаныстарым!
Йылдар осһа,
Осһон, әйҙә,
Туҡталмаһын...
Осҡанда бит
Нығый ҡанаттар!
Белегеҙсе,
Беренселәрем!..

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: