Бөтә яңылыҡтар

Инвестицияларға ҡыҙығалар бит...

Тәүлек эсендә республика халҡы мутлашыусыларҙың ғәмәлдәренән 20 миллион һумдан ашыу суммаға зыян күргән.

Инвестицияларға ҡыҙығалар бит...
Инвестицияларға ҡыҙығалар бит...

Иң ҙур суммаларҙы интернет-инвестицияларға күсергәндәр.

Өфөнөң сауҙа комплекстарының береһендә урам һепереүсе булып эшләгән ир ҙә электрон сауҙа майҙансыҡтарындағы эште "төшөнөп", ҙур килем алырға ҡарар итә. Интернетта инвестициялар буйынса белгестәр менән бәйләнешкә инеп, ул инвестиция майҙансыҡтарының береһендә шәхси кабинет булдыра һәм шунда 1 миллион 100 мең һум аҡса һала (1 миллиондан ашыуын кредитҡа алған). Һөҙөмтәлә мутлашыусылар уның аҡсалары менән интернет киңлектәрендә юғала.

Өфө тимер юлы хеҙмәткәре танышыу сайттарының береһендә бәхет эҙләй. Интернет-аралашыу һөҙөмтәһендә ул ҡатынға үҙенең телефон номерын бирә һәм тиҙҙән уға мессенджерға перспективалы тәҡдим менән шылтыраталар. Тормош иптәшен эҙләү буйынса тәүге пландарҙан баш тартып, ир тиҙ һәм ярайһы уҡ байыуға ирешергә булып китә. Ул биржала инвестициялауға 600 000 һумдан ашыу аҡса һала һәм был аҡсаны брокерҙар иҫәбенә күсерә. Бынан һуң ҡатын менән ныҡлы булып күренгән мөнәсәбәттәр шунда уҡ өҙөлә. Интернет-аферистар булып сыға ул "ҡатын" тигәне лә, "брокерҙары" ла.

Тағы бер "инвестор" Өфө полицияһына 7 миллион һум аҡсаһын урлауҙары тураһында ғариза менән килгән. 2022 йылдың ноябренән алып был ҡатын төрлө банктарҙан алынған аҡсаны ниндәйҙер интернет-проекттарға һалған. Ике йыл самаһы үткәс, ул ҙур аҡса алырға маташҡанда, интернет-аферистар шунда уҡ бөтә бәйләнештәрҙе өҙгән һәм башҡа бәйләнешкә сыҡмаған. Һөҙөмтәлә, әкиәттәге табыш урынына - мутлашыу тураһында ябай енәйәт эше.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, таныш булмаған кешеләрҙең билдәһеҙ иҫәптәренә аҡса ебәрмәгеҙ, был йыш ҡына күңелһеҙ эҙемтәләргә, атап әйткәндә, ҙур бурыстарға һәм шәхси тупланмаларҙы юғалтыуға килтерә, тип иҫкәртә. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: