Бөтә яңылыҡтар

Алдан бәләне иҫкәртеү мең яҡшы

Ашығыс хеҙмәттәргә Белорет ҡалаһында тәҙрә төбөндә балаларҙың булыуы, ҡолау хәүефе янауы тураһында мәғлүмәт килгән.

Алдан бәләне иҫкәртеү мең яҡшы
Алдан бәләне иҫкәртеү мең яҡшы

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә адрес буйынса килеп, тәҙрәгә күтәрелә.

Бәхеткә күрә, балаларҙың ҡолау ҡурҡынысы булмай, улар ата-әсә ҡарауында, форточка елләтеү өсөн асылған.

Шулай ҙа тағы ла иҫкәртәбеҙ: асыҡ тәҙрә балаға хәүеф тыуҙыра! Айырыуса ҡалаларҙа. Уяулыҡты юғалтмағыҙ!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001799078240

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: