Хикмәтле хикәйәт
Ҡояшлы көн теләгәндә...
Борон заманда бер крәҫтиән йәшәгән. “Барыһын да үҙем эшләйем, көн торошон да үҙем билдәләһәм, ҡалай яҡшы булыр ине”, – тип уйлаған ул бер көн.
Аллаһы Тәғәлә уның был уйын белеп, быйыл йәй көн торошон үҙенә контролләргә юл ҡуйған.
Крәҫтиән бик ҡыуанған һәм шунда уҡ көндө ҡояшлатып ебәргән. Ер кипкәс, төндә ямғыр яуһын ине, тип теләгән. Баҫыуҙарҙа бер ҡасан да булмағанса иген үҫкән. Тирә-яҡтағылар бығаса күрмәгән йә бик һирәк күргән ҙур башаҡтарға ҡарап туя алмаған.
Көҙөн, баҫыу һарғайғас, крәҫтиән уңыш йыйырға киткән. Барһа, ни ғәжәп, башаҡтар буш булып сыҡҡан! Ҡоро һабағы ғына оҙонайған, имеш.
– Уңышым әрәм генә булды! – тип үкенгән крәҫтиән.
– Ә бит көн торошо тап үҙең теләгәнсә булды, — тип аңғартҡан уға Аллаһ.
– Ямғыр менән ҡояшты сиратлап ҡына ебәрҙем бит, – тигән крәҫтиән. — Йәй буйы көн торошо һоҡланғыс торҙо: бер дауыл сыҡманы, ҡоролоҡ булманы. Аңлай алмайым, ни өсөн башаҡтар буш?
– Ә ел тураһында оноттоң бит. Ул башаҡтарҙы һеркәләндерә. Һин елде лә теләргә тейеш инең...
– Юҡ, көн торошо менән, Раббым, үҙең генә идара ит инде. Бында кеше аҡылы етмәй икән...
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.