Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июля 2024, 13:20

Эшҡыуарҙар еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индерә

“Ике йыл дауамында Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙарының ирекмәндәр штабы тирәләй йөҙәрләгән, меңләгән битараф булмаған кеше йыйылды. Ирекмәндәр һәр гуманитар сәфәргә күңелен һала. Республиканың Радий Хәбиров етәкселегендә көйләнгән эшенә күрә, беҙ яугирҙарыбыҙға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүҙә иң әүҙем төбәктәр иҫәбенә инәбеҙ”.

Эшҡыуарҙар еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индерәЭшҡыуарҙар еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индерә
Эшҡыуарҙар еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индерә

Шулай тип яҙған сәхифәһендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, эшҡыуар, волонтер Тимерғәли Ураҙғолов.

Ул әле лә МХО биләмәһендә, беҙҙең яҡташ егеттәр янында булып ҡайтып килә. Нисәнсе гуманитар ылауҙы йыйып оҙатыуылыр! Һәр ярҙамсының юлы еңел үтелһен!

“Ирекмәндәр штабын булдырыу һәм әүҙем эшләү мөһимлеген барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Һәр шундай эш артында көрәшселәргә ярҙам итеүҙең мөһимлеген аңлаған хәстәрлекле, фиҙаҡәр кешеләр тора. Сибайҙың оло йәштәге, әүҙем һәм хәстәрлекле халҡын берләштереү идеяһы Уралия Пономареваға 2023 йылда килә. Бына шулай “Фронтҡа ярҙам” ирекмәндәр штабы барлыҡҡа килгән”, – тип тә яҙа Тимерғәли Рәлис улы. Ул Башҡортостан буйлап эш сәфәрендә һәр ерҙә ирекмәндәр менән осраша.

Яугирҙар иҫән-һау ҡайтһын, донъялар тынысланһын!

Фото: Тимергали Уразгулов (vk.com)

Эшҡыуарҙар еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индерә
Эшҡыуарҙар еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индерә
Эшҡыуарҙар еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индерә
Эшҡыуарҙар еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индерә
Эшҡыуарҙар еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индерә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас