Рәмил ХӘСӘНОВ 1958 йылда Түбәнге Яйыҡбай ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлай. 40 йыл Ниғәмәт ауылында уҡыта. Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, билдәле ҡурайсы, шиғырҙар, йырҙар ижад итә.
Көтәһеңдер, әсәй...
Көтәһеңдер, әсәй, көтәһеңдер,
Көҙгө елдәр тәҙрә ҡаҡҡанда.
Хеҙмәт бөткәс, әсәй, мин ҡайтырмын,
Алһыу таңдар һыҙылып атҡанда.
Хеҙмәтем дә минең еңел түгел,
Була уның төрлө саҡтары.
Хаттар алһам, әсәй, иҫкә төшә,
Һағындыра тыуған яҡтарҙы.
Хаттар яҙам, әсәй, алыҫтарҙан,
Көндө төнгә бәйләп көҙ үтә.
Әсәйҙәрҙән башҡа һалдаттарҙы
Кемдәр тағы һағынып көтә?
ДИЯРОВ ҠУРАЙҘАРЫ
Таҡыя башлы ҡурай үҫә
Ирәндек итәгендә.
Уның сихри моңо йәшәй
Халҡымдың күңелендә.
Басай исемле ауылда
Тыуған бер сабый бала.
Ете йәш кенә сағында
Ҡулына ҡурай ала.
Кәрим атлы шул баланың
Күңеле моңға тула.
Йылдар үткәс киң билдәле
Мәшһүр ҡурайсы була.
Бала сағы зарлы үтә
Көтөү көтөп байҙарҙа.
Үҫмер егет саҡтарында
Булмаған ул ҡайҙарҙа!
Сәфәрҙәрҙә күп йөрөгән
Башҡорт моңон таратып.
Сит тарафтағы халыҡты
Ҡурайына ҡаратып.
… Һандуғас моңона күм(е)леп
Ирәндектә таң ата.
Мәшһүр ҡурайсы булдылар
Кәрим, Хәмит һәм Ғата.
Күп йырҙарҙы Кәрим ағай
Магнитофонға яҙҙырҙы.
“Сал Уралдың моңдары” тип
Китабын да сығарҙы.
Һирәк осраған көйҙәрҙе
Ул нотаға һалдырҙы.
Әйтеп бөткөһөҙ хазина
Киләсәккә ҡалдырҙы.
Бала саҡта өйрәнгәнен
Ҡыҙыҡ итеп һөйләне.
Ҡурайсыны ҡарап торҙом
Тишеп кейеҙ тирмәне.
Тарихын белде һәр көйҙөң,
Күкрәк менән уйнаны.
Бар кешегә ябай булды,
Ваҡыт юҡ тип торманы.
Күп йырсылар, ҡурайсылар
Унан гел һабаҡ алды.
Моңло үлән ҡурайҙарын
Һағ(ы)нып иҫләргә ҡалды.
Ҡурайҙарын һаҡлап ҡына
Йөрөттө футлярында.
Уларҙы һис онотмайым,
Һаман күҙ алдарымда.
Ярыштарҙа Кәрим ағай
Бил бирмәҫ батыр булған.
Ҡаҙаҡтар менән көрәшеп
Беренсе урын алған.
Ғорур булды, ваҡланманы,
Ләкин һауаланманы.
Түрәләргә ярайым тип
Сөсөләнеп барманы.
Кәрим ағайҙың әйткәне
Һаман күңелдә ҡала.
“Баяс” көйөн уйнаусылар
Көслө ҡурайсы була.
“Күбәташ”ты уйнағанда
Зыңлай, геүләй күкрәге.
Ҡурай мәңге йәшәһен тип
Типте уның йөрәге.
Баҡыйлыҡҡа күскән саҡта
Зиһендәре аҙашты.
Һуңғы һулыш алғанда ла
Ҡурай тиеп һаташты.
Яҙҙар еткәс йәшелләнә
Төйәләҫтең буйҙары.
Онотолмаҫ моң ҡалдырҙы
Дияров ҡурайҙары!