Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июль 2024, 10:00

Балтас районының талантлы уҡытыусыһы Роза Гәрәева ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Балтас районының талантлы уҡытыусыһы Роза Гәрәева ижадынан бер шәлкемБалтас районының талантлы уҡытыусыһы Роза Гәрәева ижадынан бер шәлкем
Балтас районының талантлы уҡытыусыһы Роза Гәрәева ижадынан бер шәлкем

Роза ГӘРӘЕВА 1952 йылдың 26 мартында Уҫман ауылында тыуған. Бөрө дәүләт педагогия институтының биология-химия һәм башланғыс кластар педагогикаһы факультеттарын тамамлай. 45 йыл хеҙмәт стажы булған уҡытыусы. Гармунсы, йырсы, бейеүсе, рәссам, йырҙар һәм шиғырҙар ижад итә. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Аңланым
Һоҡландырғыс йәшел келәм
Күрше әбей йортонда.
Бәпкә үлән үҫә билдән
Тапамағас бер кем дә.
Йәшәй әбей яңғыҙ ғына,
Юҡ шул бала-сағаһы.
Яу ҡырынан ҡайталмайса
Вафат булған бабайы.
Ә беҙҙең йорт “таҡыр баҫыу” –
Үләндең юҡ эҙе лә.
Ҡаҙыбыҙ бәпкә сығарған,
Үлән эҙләй үҙенә.
Эх, мин әйтәм, үҫһә сирәм
Бәпкәләр һаҡлар инем.
Ялан тәпәйҙәрем менән
Һаҡ ҡына атлар инем.
Ҡайҙан инде унда үҫеү:
Ҡыҙғандан ҡыҙа уйын.
Йүгерешә, көрмәкләшә,
Кемдәрҙер һуға тубын.
Шау-гөр килә шулай һәр көн
Бала-саға йыйылып.
Күтәрелә туҙан туҙып,
Эҙҙәр ҡала уйылып.
Таяғын таянып сығып,
Күҙәтә әбей беҙҙе.
Ниңәлер бик моңһоу ҡарай
Йәшләнгән ике күҙе.
...Йылдар үткән, баҫҡан үлән,
Беҙҙең эҙҙәрҙе күмеп.
Таҡыр йортомдо һағынып
Торам, күңелем тулып.
Ҡалған хәҙер бары һуҡмаҡ,
Һуҡмаҡта таяҡ эҙе.
Беҙ үҫкән саҡты эҙләйме,
Тәҙерәлә әсәй күҙе.
Тынлыҡ хөкөм һөрә бында,
Ишетмәҫһең бер тауыш.
Тынғылыҡ тапмаған ҡапка
Ял итә кеүек, ауыш.
Сабый сағымда һоҡланған
Келәмдән йәм тапманым.
Яңғыҙлыҡ билдәһе икән,
Әле килеп аңланым.

Һинең менән
Һин булмаһаң әгәр, нишләр инем?
Кемдәр аңлар ине серҙәрем?
Һыйҙыралмай ҡайғы-шатлығымды
Шартлар ине бәлки йөрәгем.
Күңел тулып, ярҙарымдан ашһа
Бары һиңә генә бушатам.
Күк йөҙөмдө болот сорнап алһа
Һинең менән генә таратам.
Минең менән бергә өҙгөләнеп,
Йәндәремә ирек даулайһың.
Рәнйетелгән үкһеҙ бала һымаҡ
Ярһып, әрнеп, үкһеп илайһың.
Аңлашырға һүҙҙәр эҙләмәйем:
Һүҙһеҙ ҙә бит мине аңлайһың.
Шатлыҡтарым булһа, осар ҡоштай
Иңдәремә ҡунып һайрайһың.
Беҙгә ҡарап ҡайсаҡ көнләшәләр,
Ҡырлы-мырлы һүҙҙәр һөйләйҙәр.
Дуҫтар түгел -улар яраталар,
Тик дошмандар беҙҙе һөймәйҙәр.
Һин булғанға йәшнәп йәшәйем мин,
Һинең менән тыуа йыр-моңом.
Йә, Хоҙайым, айырмасы, тием,
Һинең менән мине, гармуным.

Мәңге йәшәтәһе ине
Балам, тиеп өҙөләһең, әсәй,
Һаман телгеләнә йөрәгең.
Тик булһа ла балаң үҙе әсәй
Һин һәр ваҡыт уға кәрәкһең.
Балаң өсөн һин әҙерһең, әсәй,
Йәндәреңде ярып бирергә,
Кәрәк икән тауҙар күсерергә,
Янған уттарға ла керергә.
Үҙең бары әсәй булғас ҡына
Әсәй ҡәҙерҙәрен аңлайбыҙ.
Аңлайбыҙ ҙа, донъя ҡыуам тиеп
Ҡәҙерләргә генә һуңлайбыҙ.
Һанап ҡына бөтөрөрлөк түгел
Бурыстарым һинең ҡаршыңда.
Әллә нисә ғүмер етмәҫ ине
Түләп бөтөрөргә барһында.
Ай-ҡояшты һиңә бирер инем
Үрелеп тә генә алалһам.
Әжәлдәрҙән алып ҡалыр инем,
Әгәр дарыуҙарын табалһам.
Мәңге йәшәтәһе ине һине.
Уның өсөн нимә эшләргә?
Минең әле килә һаман-һаман
Бала ғына булып йәшәргә…

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас