Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июля 2024, 10:30

Уҡыусы ҡыҙ хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итә

Ейәнсура районынан  7-се класс уҡыусыһы Сабина Дилембәтова дарыу үләндәре йыйып, махсус операцияла ҡатнашыусыларға ебәргән.

Уҡыусы ҡыҙ хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итәУҡыусы ҡыҙ хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итә
Уҡыусы ҡыҙ хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итә

  Был хаҡта “Ейәнсура таңдары” гәзитендә Альмира Әйүпова хәбәр итә: –      Оҙайлы йәйге каникулда балалар ял итергә лә, ата-әсәһенә ярҙам итергә лә өлгөрә. Ә бына Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Сабина Делимбетова шундай шәп эш менән дә шөғөлләнә – ул дарыу үләндәре йыя.

Тыуған ауылы Өмбәт янында күп үҫә улар! Мәтрүшкәме ул, һарыһымы – айырып тормай, ялан-тауҙарҙа осраған төрлө дарыу үләндәрен йыя. Уларҙы киптереп, шифалы сәйҙәр эшләй. Әйткәндәй, Сабинаның махсус ҡаптарға төрөлгән үлән сәйҙәре ошо көндәрҙә махсус хәрби операциялағы яҡташтарға юлланасаҡ.

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас