+8 °С
Ясно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июля 2024, 16:00
Өҫтәлемдә - хәләл генә ризыҡ
Өҫтәлемдә - хәләл генә ризыҡ: Пар сынаяҡ үлән сәйҙәре, Ҡайыра тешләр икмәк, ҡорот-майы, Көҙгө балан, балым - йәйҙәге. Өҫтәлемдә бары менән шөкөр, Артыҡ әллә ниҙәр кәрәкмәй. Йылы хәбәр килһә, күңел дә туҡ, Йылы хәбәр - күңел имләр сәләм, Тик шуныһы хәҙер һирәкләй. Әҙәмгә ни етмәй? Күҙҙәр тонған, Ниғмәт яуып торғас ишелеп, Намыҫ тапап, ғүмер, күңел ҡыйып Ҡайҙа шулай саба кешелек? Көн итмештәр - ауыр буш йөк тартыу Арзан ҡиммәттәргә егелеп, Сәйнәйбеҙ ҙә уртты, төкөрмәйбеҙ, Сараһыҙлыҡтарҙан еңелеп. Ҡамыр ҡуям бәпләп... Йылы икмәк - Йәшәү еҫе ерҙә таралһын. Яуҙан, еүеш ҡырҙан аҡ өҫтәлгә Әйҙәһен ул әсә балаһын, Ҡайтып инһен, ҡалдырһын да шунда Ҡарлы, ҡанлы, яулы далаһын. Авторы билдәһеҙ. Әммә шиғыры матур.
Өҫтәлемдә - хәләл генә ризыҡ
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"