Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июль 2024, 04:25

Тәүге электр зарядкаһы станцияһы ҡуйылған

Республикабыҙҙың Ауырғазы районы биләмәһендә, Өфө - Ырымбур юлында беренсе ЭЗС урынлаштырылған. Уның ҡеүәте 150 кВт тәшкил итә. 

Тәүге электр зарядкаһы станцияһы ҡуйылғанТәүге электр зарядкаһы станцияһы ҡуйылған
Тәүге электр зарядкаһы станцияһы ҡуйылған
Бынан ары электромобилдәргә бик уңайлы буласаҡ. Бер юлы өс машина зарядкала тора ала, 30 - 40 минутта әҙер.
Башҡортостанда электромобилдәр әлегә күп булмаһа ла, ЭЗС-ҡа ихтыяж бар.
Әйткәндәй, бындай заправка станцияһы ҡуйыу буйынса проект былтыр "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә хупланған. 
Фото: Администрация муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас