Ике-өс аҙна буйы даими рәүештә көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда яртышар стакан сәй кеүәҫен эсеү гипертония ауырыуының склеротик формаһы менән интегеүселәрҙең хәлен яҡшырта, ҡан баҫымын төшөрә, баш ауыртыуын еңелләштерә, атеросклероз менән яфаланыусы ололарға ла ыңғай тәьҫир итә. Ҡарттарҙа гипертония булғанда уны иртән һәм кис 40 тамсы арыҫлан ҡойроғо төнәтмәһе ҡушып, яртышар стакан эсергә кәңәш ителә. Йоҡоһоҙлоҡтан тағы ла 30 тамсы бөтнөк, бесәй, ҡан үләне төнәтмәләре ҡушырға ярай.
Ҡанда холестеринды кәметеү өсөн сәй кеүәҫенә һарымһаҡ төнәтмәһе (1/3 стаканға 10 тамсы) ҡушалар һәм өс ай буйы ашағандан һуң көнөнә өс тапҡыр эсергә. Бындай дауалау курсы йылына дүрт тапҡыр уҙғарыла.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.