Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июль 2024, 12:30

Ризыҡҡа аҡсаһы етмәгән кешеләр ҡалмаған

Рәсәйҙә тәүге тапҡыр шундай күрһәткес: ашарға аҡсаһы етмәгән йорт хужалыҡтары беҙҙә хәҙер юҡ. Йәғни, статистика буйынса, берәү ҙә, аҡсабыҙ ашарға етмәй, тип зарланмаған.

Ризыҡҡа аҡсаһы етмәгән кешеләр ҡалмағанРизыҡҡа аҡсаһы етмәгән кешеләр ҡалмаған
Ризыҡҡа аҡсаһы етмәгән кешеләр ҡалмаған
Был 2023 йыл һөҙөмтәһе: 2004 йылдан алып (унан да иртәрәк мәғлүмәттәр теркәлмәгән) тәүгә Рәсәй йорттарында ашарға аҡса етмәүен белдереүсе булмаған.
"Росстат"тың былтырғы күрһәткесе: бөтә ғаиләләрҙең 0,1 проценты ризыҡҡа аҡса еткерә алмаған. Ә 20 йыл элек, 2004 йылда илебеҙ ғаиләләренең 4,4 процентында шундай проблема булған.
Тимәк, бөгөн тормош яҡшыра.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас