Хикмәтле хикәйәт
Ниндәйһең һин?
Бер крәҫтиән эңер ваҡытында өйө янында ултыра икән. Яҡында ауыл буйлап юл үтә.
“Был кеше ялҡау. Көнө буйына бер нәмә лә эшләмәй шунда ултырғандыр әле...” – тип уйлаған бер юлсы үтеп барышлай был крәҫтиәнгә ҡарап.
Бер аҙҙан икенсе мосафир күренгән. Ҡайҙалыр алыҫҡа төбәлеп ултырған крәҫтиәнгә ҡарап: “Был ир ҡатын-ҡыҙҙарҙы күҙләргә йәтешләп ултырған икән”, – тип уйлап киткән ул.
Бына юлдан урмансы килә, ти. “Крәҫтиән, меҫкен, көнө буйына эшләп арыған. Ниһайәт, ял итергә форсат тапҡан”, – тигән эстән генә өй янында ултырған кеше тапҡырынан үткәндә...
Ысынында беҙ ул крәҫтиән тураһында бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ. Ә баяғы өс юлсы үҙҙәрен “һатты”. Уларҙың тәүгеһе – ялҡау, икенсеһе – ҡатын-ҡыҙҙарҙы самаһыҙ “яратыусы” бер әҙәм, өсөнсөһө – тырыш эшсән.
Кеше нимә генә һөйләһә лә, үҙе тураһында һөйләй, имеш. Кемделер ҡылыҡһырлағанда ла, ирекһеҙҙән, үҙенә хас сифаттарҙы әйтеп ҡуя.
Белмәгән кеше тураһында һөйләр булһағыҙ, абайлағыҙ...
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.