Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июль 2024, 13:08

Иҫерек водителдең таныҡлығы ла юҡ

Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре чат-боттағы хәбәр ярҙамында иҫерек водителде тотҡан.

Иҫерек водителдең таныҡлығы ла юҡИҫерек водителдең таныҡлығы ла юҡ
Иҫерек водителдең таныҡлығы ла юҡ

Инцидент бер нисә көн элек Орджоникидзе районында була. Вайымһыҙ булмаған граждандар чат-ботта "Форд Фокус" водителенең иҫерек булыуы тураһында хәбәр итә. Килеп тыуған хәлде асыҡлау өсөн мәғлүмәт Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса Дәүләт автоинспекцияһы Юл-патруль хеҙмәте полкы хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла. Тиҙҙән хоҡуҡ боҙоусы тотола, мәғлүмәт раҫлана. Водитель 37 йәшлек иҫерек ир булып сыға. Тикшереү тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 0.479 алкоголь булыуын күрһәткән. Был гражданин административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Автомобиль махсус туҡталҡаға ҡуйылған.

- Хөрмәтле граждандар, һеҙҙең бер хәбәрегеҙ ҙә иғтибарһыҙ ҡалмай. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән беҙ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡала алабыҙ, - тип яҙа баш автоинспектор Владимир Севастьянов.

Фто: БР ДАИ. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас