«Йәшлек»кә яҙылығыҙ, бүләк отоғоҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июль 2024, 10:00

Был популяр дарыу һытҡынан да ярҙам итә

Аспиринды белмәгән кеше юҡ. Ғәҙәттә беҙ уны һалҡын тейеп ауырығанда температураны төшөрөү өсөн ҡулланабыҙ. Баҡтиһәң, биттәге һытҡыларҙы ла бөтөрөргә ярҙам итә икән ул. 

Был популяр дарыу һытҡынан да ярҙам итә
Был популяр дарыу һытҡынан да ярҙам итә

 

Һытҡыларҙан ҡотолоп, битегеҙҙең шыма ғына булыуын теләһәгеҙ,  түбәндәге рецептарҙы файҙаланып ҡарағыҙ.

  1. Битлек өсөн 3 төймә аспирин, 2 – 3 тамсы һыу (ҡайнатып һыуытылған), бер балғалаҡ бал кәрәк.
    Аспиринды онтап, бутҡа хәленә еткереү өсөн бер-ике тасы һыу ҡушып бутарға, шуға бер балғалаҡ бал ҡушырға һәм яҡшы итеп бутарға.
     Әҙер булғас, массаж яһай-яһай биткә яҡшы итеп һөртөргә. 20 минуттан йылы һыу менән йыуып төшөрөргә мөмкин.
  2. Өс төймә аспиринды ваҡлап, үҙегеҙҙең яратҡан лосьонығыҙға ҡушып бутағыҙ һәм шулай уҡ биткә һөртөп,  20 минуттан һуң йылы һыу менән йыуығыҙ.
  3. 6 – 12 өймә аспирин, яңы һығылған лимон һуты һәм сода кәрәк булыр. Аспиринды лимон һутында иретеп, ныҡ ҡуйыртмай ғына бит тиреһенә һөртөргә. Йылы һыуға сода ҡушып, шуның менән битте йыуырға.
  4. Ике төймә аспиринға дүрт тамсы һыу ҡойоп иҙергә һәм шуға бер ҡалаҡ йогурт ҡушып, биткә һөртөргә.
    20 – 30 минуттан һуң йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.  
  5. Аспириндың үҙен генә һыуҙа бутҡа хәленән еткергәнсе иҙеп, биттең ҡыҙарып торған урындарына һөртөргә һәм 20 – 30 минуттан һуң йыуып алырға. Бындай битлекте аҙнаһына ике тапҡырҙан артыҡ эшләргә ярамай.
Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас