Ғәҙилә апай Бүләкованың видеояҙмаһында «Килен һандығын һатыу» йолаһынан күренеш.
– Бына ошондай йола ла бар беҙҙең яҡта. Ул «килен һандығын һатыу» тип атала. Ҡайһы саҡта был йола, ошондағы һымаҡ, ике яҡтың ҡоҙаса - ҡоҙағыйҙары араһындағы ысын яуҙы хәтерләтеп ҡуйырға мөмкин. Ни тиһәң дә, әлмисаҡтан яу сабырға өйрәнгән ҡыпсаҡтар бит беҙ! – тип яҙа Ғәҙилә апай социаль селтәрендә.