Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июль 2024, 12:24

Башҡортостанда эттәрҙе йөрөтөү талаптары яңыртылды

«Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт тәртибен һаҡлау тураһында»ғы Законға һәм Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәрештәр ғәмәлгә инде.

Башҡортостанда эттәрҙе йөрөтөү талаптары яңыртылдыБашҡортостанда эттәрҙе йөрөтөү талаптары яңыртылды
Башҡортостанда эттәрҙе йөрөтөү талаптары яңыртылды

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев аңлатыуынса, яңы нормалар эттәрҙе йөрөтөү тәртибен аныҡлай.

Йәмәғәт урындарында 30 сантиметрҙан бейегерәк эттәр морондоҡта йәки бер метрҙан да оҙонораҡ булмаған бауҙа булырға тейеш. Эттәрҙе тик махсус урындарҙа ғына ирекле йөрөтөү рөхсәт ителә. Был ҡағиҙә күреү һәләте буйынса инвалидтарҙы оҙатып йөрөүсе өйрәтелгән эттәргә ҡағылмай.
Потенциаль хәүеф тыуҙырыусы эттәр өсөн айырым тәртип булдырылған. Улар хужаһының кәртәләнгән территорияһында ғына иркен йөрөй ала, өҫтәүенә инеү урынында иҫкәртеүсе яҙыу урынлаштырылырға тейеш. Башҡа урындарҙа бындай эттәр тик муйынсағында һәм бауҙа ғына йөрөтөлөргә тейеш. Оҙатыусының минималь йәше – 14 йәш. Бер оҙатыусы бер генә потенциаль хәүефле этте йөрөтә ала.

Был ҡағиҙәләрҙе боҙоу Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексының яңы положениеларында күҙ уңында тотолған яуаплылыҡҡа килтерә. Яуаплылыҡ граждандар, вазифалы кешеләр һәм юридик шәхестәр өсөн дифференциаль күләмдәге штрафтарҙы күҙ уңында тота, тип хәбәр итәләр парламенттың матбуғат хеҙмәтендә.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас