Башҡортостан Башлығын һайлауҙан тыш, Өфө районында БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайлау (өҫтәмә) үтә, шулай уҡ бөтә муниципалитетта яңы Совет составына депутаттар һайлау, урындағы советтарға өҫтәмә һайлауҙар була. Бөтә кимәлдәге һайлауҙарға 10 партия кандидаттары күрһәтелгән.
6, 7, 8 сентябрҙә һәр бер участкала БР йәмәғәт палатаһы әҙерләгән күҙәтеүселәр эшләйәсәк. Уларҙың дөйөм һаны - 13 113 кеше.
Йолаға ярашлы, район һәм ҡалаларҙа "Рәхмәт өсөн - бөтә ғаилә менән" акцияһы ла ойошторола. Бүләктәр, ташламаға хоҡуҡ биргән беләҙектәр таратыласаҡ.