Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Июля 2024, 11:00

Укроп та күп ауырыуға дауа

Баҡсағыҙҙа укроп үҫеп еткәндер инде. Уны дауа итеп тә файҙаланып ҡалығыҙ. 

Укроп та  күп ауырыуға дауаУкроп та  күп ауырыуға дауа
Укроп та күп ауырыуға дауа

 
  Укроп ҡан һәм күҙ баҫымын кәметергә булышлыҡ итә, баш ауыртыуын, мейе тамырҙары атеросклерозын, бөйөр һәм үт ҡыуығындағы таш ауырыуҙарын  дауалауҙа яҡшы һөҙөмтә бирә.  
Укроп орлоғон бөйөр ауырыуҙарын  иҫкәртеү өсөн файҙаланалар. Уны әҙерләү өсөн  бер ҡалаҡ ваҡланған орлоғона бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 – 15 минут төнәтергә һәм  көнөнә өс – дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Стенокардияны иҫкәртеү өсөн бер балғалаҡ ваҡланған  укроп орлоғона 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас һөҙөп,  көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Циститтан, бронхиаль астма өйәнәгенән ике ҡалаҡ укроп орлоғона 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтелгән төнәтмәне эсергә кәңәш итәләр. Уны көнөнә ике-өс тапҡыр 100-әр мл эсергә. Икенсе төнәтмә бәүел ҡыуыу  һәм тын юлдары ауырыуҙарынан ҡаҡырыҡты сығарыу сараһы булараҡ яҡшы.  Ул түбәндәгесә әҙерләнә:   бер ҡалаҡ укроп орлоғона  бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 – 20 минут төнәтергә   һәм һөҙөп, бер аҙ  бал ҡушырға.  Был төнәтәмәне һалҡын килеш көнөнә дүрт-биш тапҡыр  берәр ҡалаҡ эсергә.  Дауалаусылар раҫлауынса,  кемдәр бындай төнәтмәне даими эсә, нервы системаһы нығына, ҡан баҫымы төшә, мигрень өйәнәге баҫыла, йоҡоһоҙлоҡтан арына.  
   Туберкулездан ҡайнар һөткә бер семтем төйөлгән укроп орлоғо ҡушып эсергә кәңәш ителә.
   Конъюктивиттан укроп орлоғо төнәтмәһенән күҙгә япма һалырға ҡушалар. Ул катарктаны ла иҫкәртә.
  Кемдәрҙең битен һытҡы баҫып яфалай, уларға  укроп орлоғоноң ҡаты төнәтмәһе менән йыуынырға кәрәк.  Шулай уҡ нескә тирелеләргә ул тиренең һығылмалылығын һаҡларға ярҙам итә.
 Укроп төнтәмәһе менән йәш сабыйҙы йыуындырғанда, уға  күҙ теймәй, тиҙәр. 

   Фото:асыҡ смығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас