Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Июль 2024, 04:07

Башҡортостанда 2,5 тонна орлоҡ әҙерләнгән

Һүҙ ағас үҫентеләре орлоғо тураһында. Урманды тергеҙеү - урман хужалығында бик мөһим йүнәлеш. Шуға ла республикала үҫемлектәр орлоғон әҙерләүҙә ҙур иғтибар бүленә.

Башҡортостанда 2,5 тонна орлоҡ әҙерләнгәнБашҡортостанда 2,5 тонна орлоҡ әҙерләнгән
Башҡортостанда 2,5 тонна орлоҡ әҙерләнгән

БР Урман хужалығы министрлығына ҡараған ойошмаларҙа орлоҡ әҙерләү эше даими бара. Был йүнәлеш "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проекты маҡсаттарына тура килә.

Йыл башынан алып беҙҙә 2,5 тонна ағас орлоғо әҙерләнгән. Шуның 2,3 тоннаһы - ылыҫлы ағастарҙыҡы. Ябай ҡарағай, шыршы, ҡарағас орлоҡтары етерлек. Стәрлетамаҡ һәм Салауат урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре орлоҡ йыйып әҙерләү планын арттырып үтәгән.

Дөйөм алғанда, быйыл 3 тонна самаһы орлоҡ туплау күҙаллана.

Фото: Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан.

Башҡортостанда 2,5 тонна орлоҡ әҙерләнгән
Башҡортостанда 2,5 тонна орлоҡ әҙерләнгән
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас