Предприятиела әлеге ваҡытта биш меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләй. "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты" акционерҙар йәмғиәте Учалы ҡалаһының һәм Учалы районының ҡаланы барлыҡҡа килтереүсе предприятиеһы, илдең иң ҙур тау-байыҡтырыу предприятиеларының береһе. Предприятие 280 млн тоннанан ашыу мәғдән сығарған, уларҙан 2 млн тоннанан ашыу баҡыр һәм 4 млн тоннанан ашыу цинк концентраты етештерелгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала көнө һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 70 йыллығы уңайынан тантаналы сараларҙа ҡатнашҡанда, предприятиеның республика иҡтисадын үҫтереүгә, ҡаланы төҙөкләндереүгә индергән ҙур өлөшөн билдәләп, шахтерҙарҙың эшен юғары баһаланы. Учалы комбинатының федераль һәм республика әһәмиәтендәге мөһим предприятие булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Предприятие баҡыр һәм цинк концентратын етештерә, шулай уҡ эзбизташ, ҡырсынташ етештерә, сәнәғәт һәм социаль характерҙағы хеҙмәттәр күрһәтә. Йыл башынан алып май айына тиклем бөтәһе 2458,122 мең тонна мәғдән сығарылған, баҡыр концентраты 144 510, 4 тонна етештерелгән, был 2023 йылға ҡарағанда 18,6% күберәк.
Бөгөнгө көн менән генә йәшәмәй, киләсәкте хәстәрләгән "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты"ның иң ҙур инвестиция проекты - Яңы Учалы баҡыр колчеданы мәғдәндәре ятҡылығын эшкәртеү өсөн ер аҫты руднигын төҙөү. Ул 2018 йылда Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде. Яңы Учалы ятҡылығында мәғдән запастары 126,6 млн тонна тип баһалана, комбинат йылына 4,5 млн тоннаға тиклем мәғдән сығара аласаҡ. Предприятие директоры Зәкәриә Ғибәҙуллиндың әйтеүенсә, объектта эштәрҙе 2030 йылға тамамлау планлаштырыла. Төҙөлөшкә капиталь сығымдар 40 миллиард һум тәшкил итәсәк. Проект ярҙамында 785 эш урыны булдырыласаҡ. Инвестицияларҙың дөйөм күләме - 22,7 миллиард һум. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты 2063 йылға тиклем. Инвестиция проекты тау-капиталь эштәрҙе башҡарыуға, ҡаҙыу эштәрен кәрәкле инженер селтәрҙәре һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыуға, шулай уҡ ер өҫтө биналары һәм ҡоролмалары төҙөүгә йүнәлтелгән.
Предприятиела шулай уҡ 2025 йылда тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеүгә йүнәлтелгән инвестиция проектын тамамлау планлаштырыла. Һүҙ Учалы сәнәғәт майҙансығының сәнәғәт ағынты һыуҙарын таҙартыу ҡоролмаларының икенсе сираты тураһында бара. Тәрән таҙартыу үҙәге Бөйҙө йылғаһында һыу сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Йәғни, проект төбәктәге экологик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Инвестицияның дөйөм күләме - 1,7 миллиард һум.
Республиканың инвестиция комитеты "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты"ның иҡтисади, социаль йәшәү кимәленә ыңғай йоғонто яһаған ике проектын да хуплап, республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусын биреү өсөн документтар әҙерләргә ярҙамлашты. Ғөмүмән, Башҡортостан Республикаһында инвестициялар йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барыла, төрлө уңайлы шарттар булдырыла, дәүләт ярҙамы алыу өсөн талаптар кәметелә. Инвестицияларҙың артыуы инвесторҙарҙың республикалағы инвестклиматты ыңғай баһалап, муниципаль һәм төбәк кимәлендә власть менән үҙ-ара эш итеүҙән ҡәнәғәт булыуын күрһәтә. Быны "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты" өлгөһөндә лә яҡшы күрергә мөмкин. Артабан да үҫһен, нығыһын, Учалы комбинаты, инвестиция проекттары тормошҡа ашһын һәм учалыларҙың ғына түгел, тотош республикабыҙҙың, илебеҙҙең тормошо яҡшырһын!
Фото: Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты.